Сарала ғалимдар, тел белгестәре һәм педагогтар башҡорт теле буйынса дәреслектәрҙең эстәлеген камиллаштырыу, тулыландырыу, яңы ҡағиҙәләрҙе индереү һорауҙарына туҡталды. Осрашыуҙа башҡорт теле буйынса дәреслектәрҙең һәм уҡыу әсбәптарының авторҙары хеҙмәте иҫкә алынды. Халыҡ-ара туған телдәр көнө 21 февралдә билдәләнә. Дата уңайынан республикала әҙәби-мәҙәни, тарихи саралар ойоштороу күҙаллана.