Улар бәйге финалында район данын яҡлаясаҡ. Ошо уңайҙан ауылда күләмле мәҙәни-спорт сараһы үтте. Саңғы ярыштары, халыҡ уйындары, концерт һәм ҡул оҫталары күргәҙмәһе байрамса төҫ алды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Финишҡа саңғысылар уҡтай атыла. Ата-әсәләрҙың дәртләндереүе күңелгә - сәм, ҡулдарға көс өҫтәй. Ҡуҙы ауылында саңғы спорты кескәйҙәр араһында ғына түгел, өлкәндәр араһында ла популяр.
Күңел асыу флешмобтан башланды. Байрам урындағы һәүәҫкәр коллективтарҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Ә спорт һөйөүселәр арҡан тартыу, ҡышҡы футбол, гер күтәреү, уҡтан атыу кеүек спорт төрҙәрендә көс һынашты. Байрамда Ҡуҙыларҙы дәртләндереп икенсе ауылдарҙын килеүселәр ҙә байтаҡ инде.
Ҡуҙы ауылына килеүсе туристар йылдан-йыл арта. Бында төп иҫтәлекле урын һаналған Кощеевтар йортона экоһуҡмаҡ һалынған. Урындағылар халыҡ берҙәмлеге менән айырылып тора: ауылда рус, башҡорт, мари халҡы вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәй. Йыл һайын ойошторолған «Эри Вий» мари фестивале берҙәмлек байрамына әүерелгән.
Бөрө районы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Сәләмәт тормош нигеҙҙәрен популярлаштырыу маҡсатында спорт, мәҙәни һәм башҡа саралар ойошторола. Урындағылар өсөн әүҙем һәм сәләмәт тормош рәүеше тәүмаҡсат булып тора.
Быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында 54 райондан меңдән ашыу ауыл ҡатнаша. Ҡуҙылар ҙа улар менән бер рәттән беренселек яуларына тырыша. Еңеү яулап субсидия йәлеп иткән осраҡта аҡсаны ауыл мөхитен төҙөкләндереүгә йүнәлтмәкселәр.
Рәзилә Ғиниәтуллина