«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Хәйбулла районында «Беҙ бергә» тип исемләнгән хәйриә концерты үтте

Әбүбәкер ауылы халҡы Аҡъяр мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Тамашасылар иғтибарына һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт тәҡдим ителде. Сәхнәлә тыуған ил, геройҙарға арналған йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр башҡарылды.

Артабан сәхнәлә Мәүлит Ямалетдиновтың «Ҡыҙыл итектәр» әҫәре нигеҙендә ҡуйылған спектакль күрһәтелде. Концерт программаһы күңелдәрҙе күтәрһә, әҫәр уларҙы уйланырға, яҡындарына иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы. Эскелектең ҡурҡыныс эҙемтәләре һәм ғаилә тормошона кире йоғонтоһо асыҡланды.