Быйыл улар алдында Бүлҡайпан ауыл хакимиәтендә янғын һүндереү өсөн һыу ятҡылығы булдырыу, Күрҙем ауылына МТЗ-82 тракторын алыу маҡсаты тора.
Бүлҡайпан ауылы эргәһендә һыу ятҡылыҡтары, йылға-күлдәр юҡ, шуға күрә ауыл халҡы яҙ-йәй айҙарын ҙур борсолоу менән көтә. Күрҙем ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында бер нисә йыл рәттән уңышлы ҡатнашып, ауыл мәктәбе менән балалар баҡсаһына ремонт яһаған, юлдарҙы төҙөкләндереп, янғын һүндереү машинаһы алыуға ирешкән. Быйыл Күрҙемдәр юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ҡый ҡалдыҡтарын ташыу өсөн трактор алырға теләк белдергән.