Илдә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт фонды булдырыла. Ә 2024 йылда минималь хеҙмәт хаҡын 18 ярым процентҡа индексацияларға тәҡдим ителә. Был турала Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.
Тиҙҙән махсус хәрби операция иғлан итеүгә бер йыл тула. Мобилизацияланыусылар һәм ирекле батальондар сафында меңәрләгән замандашыбыҙ Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлап Украина нацистары менән алыша. Коллектив көнбайыш уларҙы ҡорал менән тәьмин итә һәм илебеҙ иҡтисадына тиңһеҙ баҫым яһай. Ошондай шарттарҙа яңғыраны йыллыҡ мөрәжәғәтнамә. Шуғалырмы уның күп өлөшө тап махсус хәрби операция һәм НАТО дәүләттәренә ҡаршы тороуға арналды.
Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса дәүләт фонды булдырыу кәрәклеген белдерҙе. Президент фекеренсә, яңы ойошма социаль, медицина, психология ярҙамын күрһәтеү, шифахана-курорт дауалауын һәм реабилитациялау ойоштороуҙа булышлыҡ итергә тейеш.
Президент оборона предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡты ташламалы шарттарҙа ҡуртымға алыу программаһын башларға ҡушты.
Коллектив көнбайыш илебеҙҙе теҙләндерергә теләһә лә, Рәсәйҙең биле ныҡ. Күп һанлы иҡтисади санкциялар, уларҙың авторҙарына ғына зыян килтерҙе. Ватан тауарҙары яңы баҙарҙарға сыға, сәнәғәт етештереү күләме лә арта. Рәсәй Президенты 2024 йылға минималь хеҙмәт хаҡын 18 ярым процентҡа индексацияларға тәҡдим итте.
Рәсәй капиталы ил мәнфәғәтендә эшләргә тейеш. Йүнселдәрҙең аҡсалары илебеҙ халҡы өсөн хеҙмәт иткәндә генә ныҡлы иҡтисад төҙөп була тип белдерҙе Президент.
Рәсәй стратегик һуғыш ҡоралдарын сикләү тураһында килешеү шарттарын үтәүҙе туҡтатып тора. Әммә унда ҡатнашыуҙан баш тартмай. Был сара Нато дәүләттәренең һөжүм ҡеүәте тулы кимәлдә баһалау өсөн мөһим.
Бер сәғәттән ашыу дауам иткән телмәрен президент дөрөҫлөк беҙҙең яҡта тигән һүҙҙәр менән тамамланы. Тимәк, коллектив көнбайышҡа ҡаршы алышта, еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ.