Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенттың сығышынан һуң шулай тип белдерҙе.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, залдағылар мөрәжәғәтнамәне күп урында баҫып та тыңланы. Мөрәжәғәтнамәлә Донбассты, Рәсәйҙең яңы субъекттарын яҡлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Бынан тыш, дәүләт башлығы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярты йыл һайын 14 көнгә бер тапҡыр отпуск бирергә ҡушты. Уның әйтеүенсә, бында юлға киткән ваҡыт иҫәпләнмәй.
Әйткәндәй, Башҡортостан хәрбиҙәре бындай мөмкинлек менән файҙалана башланы ла инде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы фронттан алып ҡайтыу һәм кире алып барыу өсөн автобус бүленде.
Рәсәй Президенты иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләренә лә ҙур бурыстар ҡуйҙы. Был төбәк етәкселәре өсөн мөһим йүнәлеш булып тора, тине Радий Хәбиров.