Сик буйы һаҡсылары класында белем алған малай-ҡыҙҙар Ватан һаҡсылары көнө алдынан кадет танытмаһын алып, иленә һәм халҡына тоғро булырға ант бирҙе. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Иптәштәрем алдында ант итәм... Был һүҙҙәрҙе һигеҙенселә белем алған 24 малай-ҡыҙ ҡабатланы. Яңы уҡыу йылынан Өфөнөң 2-се Башҡор лицейында өс махсус класс булдырылған. Ул - Шайморатовсылар, социаль-иҡтисади һәм сик буйы ғәскәрҙәре йүнәлешендәге кадет класы. Һуңғылары 23 февраль алдынан тантаналы рәүештә ант биреп, кадет танытмаһын алды.
Кадет булыу форма кейеп кенә йөрөү түгел, ә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмау, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәү, ныҡышмал, ярҙамсыл булыуҙы аңлата. Малай-ҡыҙҙар өсөн уҡыуҙан тыш дәрестәр намыҫ, тәртип, абруй һәм яуаплылыҡ кеүек төшөнсәләргә нигеҙләнеп әҙерләнә.
Кадет класында белем алыусылар «Герой партаһы» проектында, «Зарница» ярышында, «Еңеү хаты» акцияһында ла ҡатнашып өлгөргән. Шулай уҡ улар үҙ көстәрен «Хәүефһеҙлек мәктәбе» бәйгеһендә лә һынап ҡараған.
Әле беренсе йыл ғына кадет класында уҡыған малай-ҡыҙҙар физкультура, география, математика, йәмғиәтте өйрәнеү, химия фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
Әлфинә Килдейәрова