Өфөлә Халыҡ-ара туған телдәр көнө арналған төрлө саралар ойошторолдо

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә «Торатау» Конгресс-Холлында Әҙәби осрашыу, ә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Күренекле шағир-яҙыусылар, телселәр һәм ғалимдарҙы берләштергән сараларҙы БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

«Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар» Халыҡ-ара ғилми-мәғариф интернет платформаһы туған тел һәм әҙәбиәт, тарих, фольклор һәм этнография буйынса ҡыҙыҡлы материалдар менән байытылған. Өфөнөң 9-cы мәктәбе уҡытыусыһы Ильяс Сағынбәк студент сағында был сайтты тултырыуҙа ҡатнашһа, хәҙер педагог булараҡ балалар менән эшмәкәрлегендә уңышлы файҙалана. Милләте буйынса ҡаҙаҡ булыуы уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә сәмде арттыра ғына. Был турала ул үҙе тамамлаған юғары уҡыу йортонда ойошторолған конференцияла билдәләне.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторолған ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә баш ҡала уҡытыусыларын башҡорт телен уҡытыуҙа яңы алымдар, көнүҙәк мәсьәләләр, полилингваль белем биреү теорияһы һәм методикаһы менән таныштырҙылар. Һанлаштырыуға ла баҫым яһалды. Юғары уҡыу йорто студенттары тарафынан «Күңелле башҡорт теле» тип исемләнгән интернет-ресурс әҙерләнгән, ул айырыуса башланғыс синыф уҡыусылары өсөн әһәмиәтле.

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә уҙғарылған конференция ғилми һәм педагогик берләшмәләрҙең тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Бөтә Рәсәй кимәлендәге сара башҡорт филологияһы факультеты ойошторолоуға 30 йыл тулыуға ла арналды.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан «Торатау» Конгресс-Холлында ла байрам саралары үтте. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә күп милләтле республиканың бай мәҙәни, әҙәби мираҫы менән таныштырҙы.

Әҙәби осрашыу туған телде данлаған билдәле шағир-яҙыусыларҙың ижади эшмәкәрлегенә арналды. Мәңгелек әҫәрҙәр тураһында һүҙ барҙы.

Әҙәби осрашыу сиктәрендә Милли әҙәбиәт музейы фонды тарафынан күргәҙмә лә ойошторолдо. Шиғри юлдар аша милләт йөҙөн билдәләүсе туған телдең бөйөклөгө күрһәтелде.

Гөлназ Хәйбуллина