Башҡортостанда алдағы ялдарға бәйле автобустар йөрөшө үҙгәрә

"Башавтотранс" хәбәр итеүенсә, бөгөн ҡала-ара маршруттар йома теҙмәһе буйынса юлға сыға. 24 февралдә кесаҙналағы график ҡулланыла. 23 һәм 24 февралдә ҡала яны маршруттары йәкшәмбе теҙмәһе буйынса йөрөй. Пассажирҙар күп булыуға бәйле юлға өҫтәмә автобустар сығарыу көтөлә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан иртәгәнән 26 февралгә тиклем ял ҡаралған.