Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Дәүләт премияһы әһәмиәтле фәнни тикшеренеүҙәр, яңы техника, алдынғы технология уйлап табыу өсөн бирелә. Йыл һайын лауреаттар өс номинацияла һайлана. Һәр береһенә миллион һум тапшырыла. Премия Башҡортостан биләмәләрендә эшләүсе Рәсәй граждандары өсөн ҡаралған.