Башҡортостанда йыллыҡ инфляция кәмегән

Ғинуар айында ул уҙған йылдың ошо уҡ айына ҡарата 10,8 процент булған. Бер ай элек ярты процентҡа ҙурыраҡ инфляция теркәлгән. Рәсәй Банкы фараздары буйынса быйыл хаҡтар уртаса 5-7 процентҡа артасаҡ, 2024 йылда иһә инфляция 4 проценттан ҙур булмаҫҡа тейеш.