Хөкүмәт ултырышында Һаулыҡ һаҡлау министрлығының контакт-үҙәге эшмәкәрлеге ҡаралды. Көн һайын 122 берҙәм телефон номеры операторҙары 35 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. Табипҡа яҙылыуҙы еңеләйтеү өсөн тауышлы робот ярҙамсы булдырыла. Бындай осраҡта бер юлы 400 элемтә эшләй ала. Яңы алымға бәйле тәҡдимдәр 3 апрелгә тиклем әҙер булырға тейеш.