Башҡортостанда Ватанды һаҡлаусылар көнөндә төрлө байрам саралары ҡаралған

Өфөлә ул Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башлана. Унда республика етәкселеге, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, курсанттар, йәмәғәтселек һәм башҡа ойошма-предприятиелар вәкилдәре ҡатнаша. Республикала Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡораллы көстәр ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү саралары уҙғарыла.