Бөгөн данлыҡлы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл. Был датаға арнап, Башҡортостан халҡы "Генерал Шайморатов" йырын тура эфирҙа башҡара. Акция республиканың мәҙәни һәм ял итеү учреждениеларында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана, унда теләгән һәм кем ҡатнаша ала.