Февраль байрамдарында республика райондарында Ҡыуатов исемендәге беренсе Республика клиник дауаханаһының күсмә комплексы эшләй. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итте.
Модуль аҙна аҙағына тиклем Бөрө,Мишкә, Ауырғазы райондарында эшләй. Был иң төпкөл ауылдарҙың халҡы өсөн дә урындағы дауаханалары нигеҙендә сифатлы медицина тикшереүе үтеү һәм Өфө белгестәренә күренеп ҡалыу форсаты тип яҙа Радий Хәбиров.
Күсмә бригада составында эндокринолог, гематолог, гастроэнтролог, уролог, нефролог, йөрәк ҡан тамырҙары хирургы бар. Уларға яҙылыу өсөн үҙәк район дауаханаларына мөрәжәғәт итергә. Социаль селтәрҙәге яҙмаһына Башҡортостан башлығы шулай уҡ күсмә медицина комплексының эш тәртибен дә беркеткән.