Республика Хөкүмәтендә Салауат һәм Сибай ҡалаларында урынлашҡан офистарҙы финанслауҙы арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Бында үҙмәшғүлдәргә лә ярҙам күрһәтелә башлай. Әле республикала 125 меңдән ашыу эшҡыуар ошондай статусҡа эйә.