Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан планлаштырылған арттырыуға тағы ла 10 процент өҫтәргә тәҡдим итәм. Шулай итеп, минималь эш хаҡы күләме 18,5 процентҡа күтәрелә һәм 19 242 һум тәшкил итәсәк,- тине дәүләт башлығы.
Билдәле булыуынса, 2018 йылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме йәшәү минимумынан түбән була алмай. 2022 йылдың 1 июненән ул 15 279 һумға тиклем арттырылды. 2023 йылдың 1 ғинуарынан 16 242 һумға етте. Үҙәк Банк быйыл инфляцияны 5-7 процент кимәлендә фаразланы. Владимир Путин быйыл хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен инфляция кимәленән юғарыраҡ арттырырға ҡушты.