Ватанды һаҡлаусыларға дан! Бөгөн Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанда митинг-концерт ойошторолдо. Ул Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеүгә арналды. Сараға бер нисә йөҙ кеше йыйылды. Ошонда уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Башҡортостан яугирҙары хәрби хеҙмәт урындарына йүнәлде. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.
10 көн дауамында яҡындары эргәһендә булғандан һуң Башҡортостан хәрбиҙәре йәнә оҙон юлға сығырға әҙерләнә. Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса яҡташтарыбыҙға махсус автобустар бүленгән. Тап улар һәм фронттағы башҡа яугирҙарға ярҙам йөҙөнән Өфөлә митинг-концерт ойошторолдо. Төбәк халҡы махсус хәрби операцияның әһәмиәтен яҡшы аңлай, шуға ла Ленин исемендәге майҙанға байтаҡ кеше йыйылды.
Данлыҡлы башҡорт ере бик күп геройҙар тәрбиәләп үҫтергән. Шулай ҙа «герой» төшөнсәһе тәү сиратта легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеме менән бәйле. Митинг-концертта сығыш яһаусылар билдәләүенсә, йылдар үткән һайын яңы тарих үҙ геройҙарын тыуҙыра. Бөгөн дә хәрби дан һәм Рәсәй батырлығы тарихы яңы исемдәр менән тулыланған.
Хәрби ҡатындары һәм әсәләре... Был һүҙҙәргә күпме кисерештәр, йоҡоһоҙ төндәр һәм әсе уйҙар һыйҙырылған. Ҡәҙерле кешеләренә күпме мөхәббәт, ғорурлыҡ хистәре һаҡлаған гүзәл заттар бәхет хаҡын үҙҙәре генә белә. Сараға яу яланында башын һалған хәрбиҙәрҙең яҡындары ла саҡырылды. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы илебеҙҙең өмөтө, таянысы һәм ышанысы тип атай.
Митинг-концертта ҡатнашҡандан һуң Башҡортостан батальондары яугирҙары автобустарға ултырҙы. Килгән халыҡ уларға намыҫлы хеҙмәт итеп, өйгә һау-сәләмәт, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолған минтинг-концерт Рәсәйҙең бар субъекттарында ла үтте. Уларҙың һәр береһендә ҡатнашҡан халыҡ берҙәмлеген һәм ил президенты алып барған сәйәсәтте хуплауын күрһәтте.
И.Байбулатов