Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың илле беренсе ултырышында депутаттар 30-ҙан ашыу мәсьәләне ҡараны. Уларҙың яртыһы республика кимәлендәге закон проекттарына бәйле. Парламентарийҙар эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ултырышта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарарҙары һәм Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары тикшерелде. Атап әйткәндә, шәхси приюттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды. Ҡарауһыҙ ҡалған хайуандар өсөн приюттарға ярҙам итеү мәсьәләһе коронавирус пандемияһы осоронда айырыуса киҫкенләшкән. Ярҙам күләме түбәнәйгән, ирекмәндәр һаны кәмегән, аҙыҡ һәм дарыуҙар һатып алыуҙа проблемалар тыуған. Дәүләт власы органдары социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған шәхси приюттарға мәғлүмәти, методик йәһәттән, шулай уҡ ирекмәндәр әҙерләү, уларға өҫтәмә белем биреү өлкәһендә ярҙам итә аласаҡ.
Икенсе һәм өсөнсө уҡыуға тәҡдим ителгән тағы бер ҡануни проектҡа килгәндә, ул ғаилә бизнесын үҫтереү һәм яҡлауҙы күҙаллаған «Ғаилә предприятиеларын үҫтереү тураһында»ғы закон проекты. Документ ҡабул ителгән осраҡта ғаилә предприятеһы булып иҫәпләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына өҫтәмә иҡтисади һәм хоҡуҡи шарттар булдырыласаҡ. Шулай уҡ, «Рсәйҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен арттырыуҙа ғәйепләнеүсе идарасы компанияларға сумманың яртыһын кире ҡайтарыу өсөн ике ай ваҡыт бирелә. Юғиһә, идарасы компанияларға 20 мең һумдан 200 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.