Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында 2018 йылдан алып ҡатнаша

Быйыл улар 41 ауыл араһында еңеү яулап, район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Иҫке Күрҙемдә «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үткән күләмле «Айыҡ аҡыл» фестиваль-марафоны тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Иҫке Күрҙем ауылы мәсете алдында изге доғалар яңғырай. Был доғалар шағир Ғәли Соҡоройҙың улы, ғалим-мәғрифәтсе, тарих-тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәрифулла Мөхәмәтвәли улы Кейеков рухына бағышлана. Тирә-яҡта иман, әҙәп, юғары әхләҡ тотҡаһы булған диндар ауылдаштары исеме таш һында мәңгеләштерелде. Һәйкәл ҡойоуға матди сығымдарҙыэшҡыуар Камил Ибәтуллин үҙ иңенә алған.

«Айыҡ аҡыл» фестиваль-марафоны артабан Әнғәм Атнабаев исемендәге мәктәптә дауам итте. Халыҡ шағирының тарихи-әҙәби музейында «Кейеков, Атнабай-беҙҙең тарих, беҙҙең дан!» тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ғалимдар, крайҙы өйрәнеүселәр, ауылдың айыҡ тормош яҡлы әүҙем кешеләре ҡатнашлығында сара Иҫке Күрҙемдән сыҡҡан зыялыларҙың ауыл, республика һәм мосолман донъяһы үҫешенә ролен баһаланы.

«Айыҡ аҡыл» фестиваль-марафоны ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә лә дауам итте. «Күрҙем шишмәләре» төбәк-ара поэзия фествалендә Тәтешле,Яңауыл, Асҡын районы, Пермь крайы вәкидәре лә ҡатнашты.

Сәләмәт йәшәү, айыҡ тормош яҡлы бәһлеүәндәр иһә башҡорт ырыуҙарының «Бәйге» спорт ярыштарында таһыллығын күрһәтте. Спорт ярыштарында Пермь крайы командаһы ла ҡатнашты. Ут күршеләре үҙҙәрендә лә тиҙҙән айыҡ байрам ойошторсаҡ. Иң көслө спортсыларҙан тупланған командалар саңғыларҙа өс төркөмдә ярышты. Күләмле сара юғары кимәлдә ойошторолған. Меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Иҫке Күрҙем ауылының «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүгә ышанысы көслө, тигән фекерҙә район хакимәте башлығы.

Гүзәл заттар ҙа бәйгенән ситтә ҡалманы, көс, тиҙлек һәм таһыллыҡ күрһәтте. Бесән тәгәрәтеүселәр, күҙ асып йомған арала мунсаға утын хәстәрләүселәр ярышын көйәрмәндәр көслө алҡыштарға күмде.

Айыҡ аҡыл яҡлы спортсылар һәм ҡунаҡтар «Самауыр байрамында» ете күҙле шишмә һыуынан сәй эсте, тәмлекәстәр менән һыйланды. «Айыҡ аҡыл» фестиваль-марафоны «Күрҙем шишмәләре» поэзия фестивале гала-концерты һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге район премияһын тапшырыу менән тамамланды.

Һыу- йәшәү сығанағы. Иҫке Күрҙемдәр ете күҙле хәҙрәт шишмәһен төҙөкләндереп, тирә-яғын тәртиптә тота. Сәләмәт йәшәү рәүеше, айыҡ аҡыллы халыҡ «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла еңеп сығыү теләге менән яна.

Гүзәл Борханова