- Был халыҡ байрамы бөтә илдә билдәләнә. Бөгөн беҙ легендар ата-балаларыбыҙҙың вариҫтары, уларҙың ҡаһарманлығы, Тыуған илгә тоғролоғо менән ғорурланабыҙ, тиелә президент ҡотлауында. Премьер-министр Михаил Мишустиндан да ҡотлау бар. - Рәсәй тарихында илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған ҡаһармандарыбыҙ батырлығы тураһында хәтер һаҡлана. Рәсәй һалдаттарының берҙәмлеге, батырлығы, һынмаҫ рухы - ысын патриотизм өлгөһө, -тиелә унда. Республика Башлығы исеменә шулай уҡ президенттың Волга буйы округындағы вәкиле Игорь Комаровтан байрам менән ҡотлау килде.