Республика етәксеһе күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың тиңһеҙ батырлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалды. Тантанала министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Өфө халҡы ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимндары яңғыратылғандан һуң, ҡатнашыусылар яу яландарында башын һалған һалдаттарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Радий Хәбиров атайсалы – Ишембай районынан сыҡҡан геройҙарға арналған стела һәм тыл хеҙмәтсәндәренә бағышланған һәйкәлгә лә гөлләмәләр һалды.