Башҡортостан Милли музейынан хәбәр итеүҙәренсә, патриотик акция Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майоры Миңлеғәли Шайморатовтың һәләк булыуына 80 йыл тулыуға бәйле ойошторола. Беренсе экскурсия Өфөнөң 3-сө лицейы уҡыусылары өсөн үткәрелде. Сара барышында балалар музейҙа булды, Совет майҙанында Миңлеғәли Шайморатов мемориалына барҙы, шулай уҡ Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабич һәйкәлдәрен ҡараны. Бер сәғәттә уҡыусылар 10 мең аҙым атлап үткән.