Башҡортостан тәбиғәт парктарында ял итеүселәр һаны 32 процентҡа артҡан

Уҙған йылда бындай биләмәләргә 206 мең турист килгән. "Ҡандракүл", "Морауҙым тарлауығы", "Ирәмәл", "Асылыкүл", "Еҙем"де күптәр һайлаған, тип хәбәр итәләр Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекциянан. "Көньяҡ Урал" ҡурсаулығына ла туристар йыл әйләнәһе килә. “Халыҡ өсөн экология һуҡмаҡтары булдырылған”, - ти ҡурсаулыҡтың матбуғат секретары Азамат Байрамғәлин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда 200-ҙән ашыу айырыуса һаҡланған биләмә бар. Тәбиғәт парктарынан тыш был исемлеккә ҡурсаулыҡтар, милли парктар, заказниктар һәм тәбиғәт һәйкәлдәре инә.