Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә ВУЗ-ара кампус төҙөлөшөн ҡараны

 Ул  IQ-парк буйынса  проект менән танышты.  Студенттар кампусы концессия  килешеүенә  ярашлы  төҙөлә.  Тәүге  этапта  IQ-парк файҙаланыуға тапшырылырға  тейеш.  Бинаны тулыһынса  яңыртырға, капиталь ремонт эшләргә  кәрәк. - IQ-паркты  йыл аҙағында  асыу  бурысы  ҡуйылған,  10 ай  ҡалды. Студенттар өсөн ижад биләмәһе булдырыла.  Эште мотлаҡ  быйыл тамамларға  тейешбеҙ, - тине  Радий  Хәбиров.