Башҡортостан ит, һөт һәм шәкәр менән үҙен тулыһынса тәьмин иткән

Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов  белдереүенсә, былтыр аҙыҡ-түлек етештереү артҡан. Һөт ризыҡтары тейешле күрһәткестән 21 процентҡа, картуф – 55, һыйыр ите – 10, йомортҡа 7 процентҡа күберәк булған. Шәкәр һәм көнбығыш майы республика халҡы ихтыяжынан 6 тапҡырға юғарыраҡ етештерелгән.