Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 174 ялған банкнота асыҡланған. 2021 йылда бындай купюралар һаны 622 булған. Мутлашыусылар күберәк 5 мең һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны оҡшатып яһарға тырыша. Белгестәр ялған купюра асыҡланған осраҡта, банкка алып килергә кәңәш итә йәки полиция мөрәжәғәт итергә мөмкин.