Өфө хосписы быйыл июндә эшләй башлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөштө йәйгә тиклем тамамларға ҡушты. Финанслау бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан алып барыла, шуға бер аҙ тотҡарлыҡтар бар. Өфө хосписы ҡаланың көньяғында урынлашҡан. Бында тулыһынса дауалап булмаған ауырыуҙарҙан яфаланған пациенаттарға ярҙам күрһәтелә. Хосписта балалар өсөн дә урындар була.