Тәүҙә ул Совет армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флоты көнө тип йөрөтөлә. 1918 йылдың 23 февралендә рәсми рәүештә Ҡыҙыл Армия барлыҡҡа килә. Советтар Союзы тарҡалғас, байрамдың атамаһы үҙгәрә, хәҙер ул - Ватанды һаҡлаусылар көнө. 1995 йылдан президент указы менән 23 февраль байрам көнө - ял тип иғлан ителә.
Президент Владимир Путиндан Башҡортостан башлығы исеменә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлау килгән. - Был халыҡ байрамы бөтә илдә билдәләнә. Бөгөн беҙ легендар ата-балаларыбыҙҙың вариҫтары, уларҙың ҡаһарманлығы, Тыуған илгә тоғролоғо менән ғорурланабыҙ, тиелә президент ҡотлауында. Премьер-министр Михаил Мишустиндан да ҡотлау бар. - Рәсәй тарихында илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған ҡаһармандарыбыҙ батырлығы тураһында хәтер һаҡлана. Рәсәй һалдаттарының берҙәмлеге, батырлығы, һынмаҫ рухы - ысын илһөйәрлек өлгөһө, -тиелә унда. Республика Башлығы исеменә шулай уҡ президенттың Волга буйы округындағы вәкиле Игорь Комаровтан байрам менән ҡотлау килгән.