Радий Хәбиров Ватан һаҡсыларын байрам менән тәбрикләне

Төбәк етәксеһе Еңеү паркында «Мәңгелек ут» һәм Миңлеғәле Шайморатов мемориалына сәскә һалды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн уйҙар алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәүселәр менән. Һәм әлбиттә, барыбыҙ ҙа тыныслыҡ өсөн йәнен биргәндәр алдында баш эйәбеҙ.

Барлыҡ Башҡортостан халҡы исеменән мәңгелекә киткән Ватан һаҡсылары хөрмәтенә. Байрамдың иң тулҡынландырғыс һәм күңелгә үтеп ингән мәле. Бер һүҙһеҙ генә, әммә тап ошо минуттар халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында күпте һөйләй.

Радий Хәбиров Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин бюсына, яҡташтары-Ишембай районынан һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға сәскә һалды.

Баш ҡалала яңы барлыҡҡа килгән Миңлеғәле Шайморатов мемориалы ла тиҙ арала илһөйәрлек үҙәгенә әйләнде. Легендар комдивтың үлгән көнөндә Радий Хәбиров уның һәйкәленә матәм гөлләмәләре һалды.

Шайморатовтың үлемһеҙ данын, хәрби эшен бөгөн уның вариҫтары дауам итә. Һөйкәлгә сәскә һалырға ҡаһарман яҡташыбыҙ исемен йөрөткән ирекле батальон яугирҙары ла килгән.

Ватан һаҡсыларын иҫкә алғанда халыҡ ҡаһарманлығы ла ҙурлап телгә алына. Ныҡлы тыл хәстәрләмәй тороп бер генә еңеү ҙә өлгәшелмәй. Республика етәкселеге тимер юлы вокзалы янындағы Яуға киткән яҡташтар иҫтәлегенә урынлаштырылған мемориалға сәскәләр һалды. Тап ошо урындан республика халҡы меңәрләгән улдарын яуға оҙатҡан.