Өфө егеттәре бер аҙна дауам итәсәк уҡыуҙарҙа башланғыс хәрби белемен камиллаштырып имтихан тапшырырға әҙерләнә. Үҫмерҙәр төрлө хәрби-тактик күнекмәләр үтәп Ватан һаҡсыларына кәрәкле тәжрибә туплай. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Газ һәм химик матдәләрҙән һаҡлаусы костюмды ваҡытҡа кейеү «Патриот» хәрби паркында алып барылған уҡыуҙарҙың бер өлөшө. Унынсы класс малайҙары башланғыс хәрби әҙерлек үҙәгендә практик белемен камиллаштырып ысын ир-егеттәргә, һалдаттарға талап ителгән һәләттәрҙе үҙләштерә.
Үҙәктә уҡыусы егеттәр хәрби тактик күнекмәләрҙең бөтә төрҙәрен дә үҙләштерә. Атыш, парашюттан һикереү, һөжүмдән һаҡланыу, хәүефле осорҙа иптәштәргә ярҙам итеү һәм башҡалар. Дисциплина, тәртип, командалы эш хәрби әҙерлектең нигеҙе булып тора.
«Патриот» паркында ойошторолған уҡыуҙар практик тәжрибәнән тора, шуға ла дәрестәрҙең һәм күнекмәләрҙең байтаҡ өлөшө асыҡ һауала үтә. Тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү, яраланған иптәштәрҙе транспартировкалау кеүек һынауҙар ваҡытҡа, төркөмдәргә бүленеп башҡарыла.
Егеттәрҙе уҡытыу өсөн хәрби паркта спорт ҡоролмалары, тренажерҙар ҡаралған, йәштәр менән алып барылған яуаплы эшкә тәжрибәле педагогтар йәлеп ителгән. Уҡыусыларҙы хәрби әҙерлек нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн йыл һайын 20-ләп смена ойоштороу көтөлә.
Флорида Ким