Эстонияла һүтелгән һәйкәлдең күсермәһе Баймаҡта ҡуйылды

Тарихи ысынбарлыҡты тергеҙеп. Эстонияла һүтелгән һәйкәлдең күсермәһе Баймаҡта ҡуйылды. «Азат итеүсе һалдатҡа» мемориалы ҡаланың «Көньяҡ» биҫтәһен биҙәй. Йәш быуынға ул шанлы йылдарҙың һәм ҡаһарман ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлеге булып торасаҡ. Һәйкәл асыу тантанаһы хаҡында киләһе репортажда.

1947 йылдың 22 сентяберендә Таллин ҡалаһының Тынисмяга ҡалҡыулығында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә «Азат итеүсе һалдатҡа» ҡуйылған һәйкәл 2007 йылда төрлө сәбәптәр менән урынынан алына. Бөгөн уның күсермәһе Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан 5-се һанлы мәктәптең ихатаһына урынлаштырылды. Тарихты ни тиклем үҙгәртергә тырышмаһындар ул халыҡ хәтеренән юйылмай. Ата-бабалар батырлығын хөрмәтләү һәм үҫеп килгән быуында илһөйөрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә был һәйкәл үҙ сиратында зур әһәмиәткә эйә.

Иленә батыр улдар тәрбиәләгән әсәләр алдында баш эйәбеҙ. Украина ерендә барған хәрби операцияла һәләк булған егеттәр араһында ҡыҙғанысҡа күрә райондаштарыбыҙ ҙа бар. Ҡаһарман улдар үҫтергән әсәләргә дәүләт наградалары тапшырылды. Улар мәңге халыҡ хатерендә тере буласаҡ.

Локаль һуғыш һәм ҡораллы конфликт ветерандары районда 2018 йылда «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһына берләшә.Ойошманың төп маҡсаты балаларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү,һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, уларҙың исемен мәңгеләштереү булып тора. Бөгөнгө көндә лә улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙә лә өлөштәре ҙур.

Бөгөнгө көндә илебеҙ тыныслығы һәм уның хәүефһеҙлеге һағында торған ир-егеттәребеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, хөрмәтләйбеҙ. Киләсәк тә илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!

Раушания Рәхимова