Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошмала язаға тарттырылғандар башҡарыуында тематик йырҙар яңғыраны. Сарала ҡатнашҡан төрлө ведомство, йәмәғәт ойошмалары учреждениелағыларҙы байрам менән ҡотлап, Чечня, Афғанстан кеүек ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы 5 ветеранға бүләк тапшырҙы. Оҙаҡ һаҡлана торған, татлы продукциялар ингән аҙыҡ-түлек тупланмаһын йәмәғәтселәр хәйриә аҡсаһына һатып алған. Бындай саралар хөкөм ителеүселәрҙе йәмғиәт тормошонан айырмау өсөн ойошторола. Концерт һуңында залдағылар махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.