Өфө районы Нуғай ауылында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн спорт түңәрәге асылды

Был урында йәшәүсе адаптация спорты тренеры Дәүләт Мөхәмәтшиндың Президент фондынан субсидия йәлеп итеү һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Уҙаман үҙе лә инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләй. Улын ярыштарға әҙерләү өсөн махсус шарттар булмағанлыҡтан, тренер кредит алып, ауылда спорт бинаһы төҙөй һәм инвентарь менән йыһазландыра.

Былтырғы проекты уңышлы килеп сыҡмағас, спортсы инвалид балалар өсөн самбо түңәрәге буйынса проект әҙерләй һәм Президент фондынан миллион һумға яҡын субсидия йәлеп итә. Ошо көндәрҙә старт алған түңәрәктә таяныу-хәрәкәт аппараты имгәнгән һәм аутизм менән яфаланған ике тиҫтәгә яҡын уҡыусылар шөғөлләнәсәк.