Быйыл ул 11-се тапҡыр ойошторолдо. Унда баш ҡаланың барлыҡ райондары ла ҡатнашты.
Проект йыл һайын депутат Павел Васильев башланғысы менән Өфө ҡала хакимиәте башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хоккей турниры һайлап алыу этабын һәм финал уйындарын үҙ эсенә алған. Ғинуарҙан февралгә тиклем уҙғарылған ярыштарҙа 10-12 һәм 13-14 йәштәге ике йәш төркөмөндә 400-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Хәл иткес осрашыуҙар Зәки Вәлиди урамындағы боҙ майҙансығында үтте. «Ихата лигаһы»ның маҡсаты - йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ихата спорт төрҙәренең абруйын күтәреү, саф һауалағы спорт уйындарына күберәк балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү.
Финал уйындары айырыуса көсөргәнешле үтте. Бәләкәйҙәр төркөмөндә Октябрь районы командаһы еңеү яуланы. Ә бына 13-14 йәштәгеләр араһындағы чемпион буллиттар серияһында ғына асыҡланды. Инорс биҫтәһе хоккейсылары Ленин районы вәкилдәрен 2-1 иҫәбе менән отоп төп призға лайыҡ булды. Йола буйынса, турнир байрам программаһы менән тамамланды, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар, кубоктар һәм грамоталар тапшырылды. Чемпиондар шулай уҡ хоккей комплекты алыуға сертификаттар менән бүләкләнде.