Уға бәлиғ булмайынса ут эсенә инергә, комсомол билеты ярҙамында дошман пуляһынан ҡотолоп ҡалырға, ғүмер буйы ил именлеге һағында торорға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашаф Сәмиғуллиндың тормошо иҫтәлекле ваҡиғаларға бай. Бер быуатлыҡ юбилейын билдәләргә йыйынған ветеран бөгөн дә сафта, Кашаф Әғлетдин улы йәш быуын менән осрашыуҙарға йөрөй, патриотик тәрбиә эшен алып бара. Сал сәсле яугир Ватанды һаҡлаусылар көнөн дә күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. 100 йәшкә аяҡ баҫҡан Кашаф Сәмиғуллин менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Үҫмер көйө генә генә утты ла, һыуҙы ла кискән Кашаф Сәмиғуллин бөгөн дә сафта. 100-гә етеп килгән ветеран беҙҙе лә аяғүрә баҫып, хәрбиҙәрсә сәләмләп ҡаршы алды. Уның тормош юлын ысын мәғәнәһендә тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ өлгөһө тип әйтергә мөмкин. Күкрәгендә сыңлаған орден-миҙалдар буйынса ғына түгел, тормошҡа ҡарашы, булмышы буйынса. Бөйөк Ватан һуғышына ла ул йәшен арттырып яҙҙырып үҫмер көйө тигәндәй барып эләгә.
Кашаф Сәмиғуллин үҙе Йәрмәкәй районынан, 11 йәшендә генә етем ҡалған баланы туғандары тәрбиәләй. Ул киләсәген уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә теләй. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Боғорослан педагогия училищеһына уҡырға инә, өлкән пионервожатый булып та эшләп өлгөрә. Ләкин Кашаф Әғлетдин улына ҡулына ҡорал алып фронтҡа юлланырға тура килә. 1942 йылдың майында Калинин фронтына саҡыртыла, унда яҡташыбыҙ пулеметсылар расчетын етәкләй.
Кашаф Сәмиғуллин миллиондан ашыу совет һалдатын һәләк иткән Ржев һуғышында ла илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Уның үҙенә лә дошман пуляһына эләгергә тура килә, үлемдән түш кеҫәһендәге комсомол билеты ҡотҡарып ҡала.
Ҡаты яраланған һалдат Мәскәү госпиталенә күсерелә. Ләкин илһөйәр яҡташыбыҙ фашист менән көрәшеүен дауам итергә ниәтләй. Кашаф Сәмиғуллин йәш һалдаттарҙы әҙерләү маҡсатында Ҡаҙағстанға ебәрелә. Әйткәндәй, ветеран шунда уҡ Еңеү яҙын да ҡаршылай. Башҡортостанға 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Оҙаҡ йылдар разведкала хеҙмәт итә, илебеҙҙең именлеге һағында тора. Кашаф Әғлетдин улы кесе лейтенанттан полковник дәрәжәһенә тиклем етә. Командировкаларҙың береһендә ул буласаҡ хәләл ефете Сәзидә менән таныша. Сәмиғуллиндар ғаиләһе барлыҡ туғандарына өлгө булып 73 йыл бергә тормош көтә, ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә.
Кашаф Сәмиғуллин бөгөн дә сафта, мәғариф учреждениеларныда йәштәр менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша, патриотик тәрбиә биреү эшен алып бара. Ил, тыуған төйәк лайыҡлы патриоты булған киләсәк менән көслө, беҙ илһөйөр быуын тәрбиәләргә тейешбеҙ, ти сал сәсле ветеран.
Рәмзиә Кәримова