Башҡортостанда зубрҙар популяцияһын булдырыу тәҡдимен ғалимдар ҙа хуплаған

Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙған. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикаға зубрҙарҙың тәүге партияһы майҙа килтереләсәк. 18 баш зубр Күгәрсен районы биләмәһендә төҙөләсәк вольерға ябылыр тип көтөлә. Киләсәктә хайуандарҙы Урал аръяғы райондарына күсереү күҙаллана. Сөнки беҙҙәге климат һәм тәбиғәт үҙенсәлектәре әлеге ят хайуандарҙы үрсетеү өсөн ҡулай тип баһалана.