Газ хеҙмәте белгестәре профилактик рейдтан һуң елләтеү каналдарының эшләмәүен асыҡлаған. Ағыуланыу һәм шартлау осраҡтарын кисектереү маҡсатында торлаҡтарҙа төтөн торбалары таҙартылып алмаштырыла. Әле Бөрө районында бар етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлгән. Белгестәр фекеренсә, ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҡурҡынысы юҡ. Эш һөҙөмтәләре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ишек ҡуйыу матурлыҡ өсөн түгел, бында һүҙ тәү сиратта хәүефһеҙлек хаҡында бара. Төтөн һәм елләтеү каналдары тулы көсөнә эшләһен өсөн тәҙрәнең асылмалы булыуы, ишек ҡуйылыуы мотлаҡ. Система күптән түгел генә яңыртылған, алдан байтаҡ етешһеҙлектәр теркәлгән.
Хәҙер йортта төтөн торбалары алмаштырылған. Шулай уҡ һауа үткәреү клапаны ла яңыртылған. Ул фатирҙарҙағы тәҙрәләр ябыҡ ваҡытта асыла. Йортта ремонт эштәре барған ваҡытта зәңгәр яғыулыҡ һүндерелеп торған, фатир хужалары газ менән ҡуллана алмаған. Белгестәр әйтеүенсә, профилактик рейд халыҡты бәлә-ҡазанан ҡурсаларға, етешһеҙлекте ваҡытында, фажиғә булмаҫ элек асыҡларға ярҙам иткән.
Бөрө районында газды ҡулланыу талаптары үтәлмәгән 112 йорт асыҡланған, улар араһында күп ҡатлы объекттар ҙа, шәхси өйҙәр ҙә бар. Хәҙер уларҙың бөтәһе менән дә хеҙмәтләндереү буйынса килешеү төҙөлгән. Йорттарҙа төҫлө төтөн ярҙамында елләтеү каналдары тикшерелгән. Система төҙөк булмаған осраҡта ремонт эштәре үтәкрелгән. Шулай уҡ белгестәр йорт ҡыйыҡтарына тутыҡмай торған сифатлы тимерҙән эшләнгән торбалар ҡуйған. Белгестәр әйтеүенсә, газ системаһын тикшереү әле бөтә төбәктәрҙә лә бара. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профилактик рейдтарҙы һәр муниципаль берәмектә үткәрергә ҡушты.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы авария йәки ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу хәүефе тыуғанда хеҙмәтләндереүсе компания тиҙ арала газ биреүҙе туҡтатырға хоҡуҡлы. Был турала йорт хужаларына хәбәр итеү мотлаҡ түгел. Төп бурыс булып хәүефһеҙлек һәм кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә юл ҡуймау тора.
Рәмзиә Кәримова