Асҡын районы Ҡашҡа ауылында махсус хәрби операция һалдаттары иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Уларҙың исемдәре таҡтаташҡа уйылып яҙылды. Асҡын районы Ҡашҡа ауылында махсус хәрби операция һалдаттары Илнур Ғабдрахманов менән Дауыт Ғилмийәров иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Сара Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үтте. Илнур Нәзим улы менән Дауыт Мөхәррәм улының исемдәрен мәңгеләштереү сараһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.

Мото уҡсылар ботальонының өлкән мастеры Илнур Ғабдрахманов Асҡын районы Ҡашҡа ауылының лайыҡлы улы. Ул махсус хәрби операция башланыу менән Донецк һәм Луганск республикалары халҡы тыныслығын һаҡларға беренселәрҙән булып йүнәлгән. Ҡыйыу яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Вафатынан һуң «Батырлыҡ» һәм Генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән Илнур Нәзим улына тыуған мәктәбендә мемораль таҡтаташ асылды.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Ҡашҡа ауылының тағы бер батыр улы Дауыт Ғилмийәровтың исеме мәңгеләштерелде. Ул 1996 йылда десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, әрме сафынан ҡайтҡандан һуң Өфөгә күсә. Ҡатыны менән өс бала үҫтергәндәр. Көҙгөһөн хәрби бурысын үтәргә юлланған.

Ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тороусы һалдаттарҙы иҫкә алырға урындағы халыҡ ҡына түгел күрше ауылдарҙан да йыйылдылар. Улар мемориаль таҡтаташтарҙы асыу сараһынан һуң, тигеҙ сафта Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискҡа юлланды, батырҙар иҫтәлегенә сәскә һалды. Ил тыныслығы өсөн көрәшкән яугирҙар онотолмай, уларҙың туғандарына, ата- әсәләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан яугир Радик Фәхрисламов алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға һәм барлыҡ ир-егеттәргә теләктәрен еткерҙе.

Тыуған илен һаҡлауҙы изге бурыс итеп ҡуйған ир-егеттәрҙең исеме хлыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Тыныс тормошта йәшәгән өсөн барлыҡ һалдаттарға - мәңгелек дан!

Әлфинә Килдейәрова