Республика Хәрби дан музейында «Үҙебеҙҙең Донбасты яҡлап» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

Экспозиция махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй Геройҙары - Башҡортостан егеттәренә арналған Залда дүрт яҡташыбыҙ, үҙҙәре һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған Игорь Нәсибуллин, Тамерлан Илһамов, Алмаз Сафин һәм Максим Серафимовтың шәхси әйберҙәре, хәрби эпикировка, ҡорал төрҙәре тәҡдим ителә.

Батырлыҡ менән бәйле дәүләт һәм халыҡ алдындағы ҡаҙаныш өсөн бирелгән иң юғары награда күргәҙмәгә килеүселәр өсөн дә оло ғорурлыҡ. Ошонда уҡ дәүләт наградаһын үҙ ҡулдары менән алған һәм әлеге ваҡытта хеҙмәтен дауам иткән ир-егеттәр Борис Дудко, Степан Белов тураһындағы мәғлүмәттәр менән дә танышырға мөмкин. 22 февралдә асылған экспозиция йыл дауамында эшләй, зал ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.

Геройҙарҙың шәхси әйберҙәрен йыйыуҙа беҙгә партнерҙар ярҙам итте. Башҡортостандың төбәк эҙәрмәндәр хәрәкәте рәйесе, десант ғәскәрҙәре ветерандары, страйкбол федерацияһы күп кенә экспонаттарҙы Донбастан алып ҡайтты. Күргәҙмәлә шулай уҡ Украина ғәскәрҙәре әйберҙәре лә бар.

Алина Миңлеәхмәтова, Республика хәрби дан музейының бүлек мөдире