Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин районында азат итеүсе яугир һәйкәленә сәскә һалынды

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин районы үҙәгендәге Еңеү паркында азат итеүсе яугир һәйкәленә сәскә һалынды. Хеҙмәт ветерандары, район советы депутаттары, юнармеецтар һәм урындағы халыҡ Бөйөк Ватан һуғышы, ҡыҙыу нөктәләрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яҡташтарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Байрам тантанаһы Иглин мәҙәниәт йорто менән 4-се урта мәктәптә дауам итте. Белем усағында Миңлеғәле Шайморатов класы асылды. Уҡыусылар Ватанға тоғро хеҙмәт итергә, кеселәргә ярҙам итергә, өлкәндәрҙе ололарға ант бирҙе. Ә район мәҙәниәт йортонда Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Ильмир Ибраһимов менән осрашыу үтте.