Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Халыҡ-ара конференция үтте

Балалар баҡсаларында полилингваль төркөмдәрҙе нисек булдырырға? Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре, башҡорт теле уҡытыусылары, юғары уҡыу йорто белгестәре Халыҡ-ара конференцияға йыйылды. 140-тан ашыу белгес түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған Халыҡ-ара конференция юғары уҡыу йортонда һигеҙенсе тапҡыр ойошторола.Ул Республиканың төрлө төбәктәренән килгән тел белгестәре өсөн ҙур оҫталыҡ мәктәбе лә булып тора. Уның һөҙөмтәләре буйынса уҡытыу-методик ҡулланмалар баҫтырыу күҙаллана.