Ҡоләхмәтовтар ғаиләһе тәбиғәтте алдап бизнес ойошторған

Алдаҡҡа ҡоролған эшҡыуарлыҡ. Ҡоләхмәтовтар ғаиләһе тәбиғәтте алдап бизнес ойошторған. Улар теплицала күпләп ләлә сәскәләре үҫтерә. Мутлашыу нимәгә ҡоролған һәм ни өсөн уларға сәскәләр ышана? Айнур Кәбиров ҡыҙыҡһынды.

Әлфирәнең сәскәләргә булған мөхәббәте бизнес кимәленә тиклем. Ләлә таждарын шул тиклем ярата хатта, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ниәте барлыҡҡа килгәс тә һис икеләнмәй сәскә үҫтерергә була. Хәҙер иһә уның һөйөүе 85 мең төп.

Тәү ҡарашҡа бер төрлө күренһә лә, теплицала 33 сорт ләлә үҫә. Орлоҡто йүнселдәр Голландиянан ҡайтара. Тейешле микроклимат, даими тәрбиә һәм теүәл ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тирә-йүн алһыу, һары, ҡыҙыл таждарға күмелә.

Ләлә сәскәләрен йылына бер генә ҡырҡып алалар. Ҡалған ваҡытта Ҡоләхмәтовтар хризантема үҫтерергә уйлай. Нөрлө ауылынан эшселәр тупланған. Хаҡлы ялдағы ата-әсәләр ҙә яңы һөнәр үҙләштергән.

Сәскә бизнесы ярайһы уҡ хәүефле. Тейешле иғтибар бирмәһәң тотош теплицаң юҡҡа сығыуы ихтимал. Ҡурсалап ҡына торһаң, тормош та сәскәгә күмелә. Ҡоләхмәтовтар эш асыуға киткән сығымдарҙы ике йылда кире ҡайтарырға иҫәп тота.

Айнур Кәбиров