Өфөнөң ботаника баҡсаһында фейхоа сәскә атҡан

Субтропик үҫемлек Башҡортостанға XX быуаттың икенсе яртыһында индерелә. Йыл һайын сәскә атҡан ҡыуаҡлыҡ быйыл ваҡытынан иртәрәк ҡыуандырған. Үҫемлек сәскәләре тыштан - аҡ, эстән ҡыҙыл төҫтә. Диетик емештәр иһә август аҙаҡтарында өлгөрә. С витаминына, йодҡа бай булған фейхоа атеросклероз, ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланыла.

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары оранжереялағы фейхоа сәскәләренә тағы ла бер-ике аҙна һоҡлана ала. Шулай уҡ баҡсала әлеге ваҡытта сәскә атыусы кливия, дихроа ҡыуаҡлыҡтары һәм башҡа үҙенсәлекле тропик һәм субтропик үҫемлектәр менән танышырға мөмкин.