Хәйбулла районы Бүребай ауылынан Азаматовтар «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының зона этабында ҡатнашып, «Ғаилә ижады» номинацияһында икенсе урын яуланы. Гармун моңон үҙ иткән замандаштарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.
Атаһы гармун күрегенән көй сығарыуы була Әминә бейергә төшә. Азаматовтар ғаиләһе көн дә йыр-моң донъяһына сәйәхәт итеп, күңелдәрен рухландыра, йәшәүгә көс-дәрт ала. Улдары ла музыка ҡоралын үҙ иткән.
Йорт эсенән гармун моңо өҙөлмәй. Айырыуса дүрт быуын вәкиле бергә йыйылғанда. Ишмөхәмәт Азаматов менән Булат Бикбов балаларын сәнғәткә ылыҡтырыуға күп көс һала. Нәҫелдәрендә хәҙер был музыка ҡоралында уйнамаған кеше юҡ. Ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҙамандар үҙҙәре лә гармун телдәрен барлап йәш саҡтарына әйләнеп ҡайткандай була.
Азаматовтар төрлө конкурс-фестивалдәр еңеүселәре лә. Гармунсылар нәҫеле даны районы ғына түгел , тотош республика кимәлендә таралған.
Гөлназ Хәйбуллина