Бөгөн Башҡортостандың дәүләт флагы көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республика халҡын ҡотланы. «Был көндәрҙә беҙ Башҡортостан флагының көсөн, уны яугирҙарыбыҙ шеврондарында күрәбеҙ. Уның төҫө - төбәк батальондары байраҡтарында урын алған. Бөтәһен дә Башҡортостандың дәүләт флагы көнө менән! Дәүләт символы менән ғорурланабыҙ һәм уны һаҡлайбыҙ!»,- тип яҙған Республика Башлығы.