Һуңғы тәүлектәрҙә Башҡортостанда ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы һөҙөмтәһендә автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге сикләнеүе күҙәтелә. Быға бәйле республиканың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе тиҙлек режимын үтәргә, ҡатмарлы һауа шарттарында иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыра. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, тайғаҡ юлда киҫкен маневрҙарҙан, алда барған транспорт сараһын рөхсәт ителмәгән урында уҙыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Шулай уҡ автобилдәр араһында хәүефһеҙ дистанция һәи интервал һаҡлау зарур.