Баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында умартасылар форумы үтте

Республика умартасылары ҡорға йыйылды. Баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән семинар үтте. Сараға республиканың төрлө төбәктәренән умартасылар, Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, министрлыҡ вкилдәре, ҡунаҡтар йыйылды. Тармаҡты үҫтереү юлдары, хәл итәһе проблемалар һәм уңыштар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажы.

Республика умартасылары семинарында ҡатнашыусылар араһында Ибраһимовтар ғаиләһе лә бар, улар солоҡсолоҡ менән шөғәлләнә. Башҡорт халҡының боронғо кәсебен тергеҙеүгә йүнселдәр 2010 йылда тотонған. Кеше аяғы һирәк баҫҡан урманда солоҡ ағастарын күргәндән һуң, Ринат Ибраһимов ата-бабалар эшен дауам итергә

ҡарар иткән. Һөнәре буйынса хирург-эндоскопист бөгөн күңеленә ятҡан эш - солоҡ ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнә.

Мишкә районы йүнселдәре 2019 йылда дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. 10 хужалыҡ берләшеп, ауыл хужалығы кооператив булдырған һәм 3 миллион һум күләмендәге грантҡа махсус техника алған. Улар продукцияны яландан магазин кәштәләренә тиклем әҙерләй.

100 гектар ерҙе ҡуртымға алдыҡ, ҡорт үрсетәбеҙ, үлән сәйҙәре йыябыҙ. Дәүләттән 3 миллион һум аҡса алып, балды фасовкалау өсөн, ҡайнатма яһау, үләндәрҙе киптереү өсөн төрлө ҡоролмалар алдыҡ. Шулай уҡ коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошма булараҡ Рәсәй президенты гранттары фондынан да ярҙам күрһәтелде.

Венера Белова, ауыл хужалығы кооперативы рәйесе

Һуңғы осорҙа республикала бал етешереүсе хужалыҡтар арта. Әммә тармаҡта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Шуларҙың береһе сит төбәктәрҙән ауырыу ҡорттар индерелеүе. Проблеманы кисектереү өсөн апрелдән майға тиклем республика буйлап күсмә лаборатория эшләй. Унда теләгән һәр кем бушлай анализ эшләтә ала.

Халыҡ-ара кимәлдәге семинарҙа ҡорттар генетикаһы, дәүләт ярҙамы төрҙәре, умартасылар менән аграрийҙарҙың үҙ-ара эшмәкәрлеге, кадрҙар мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл умартасылыҡты үҫтереү программаһы яңыртылған, уға ярашлы түмәр солоғон тотоусыларға башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы таратыу, генетиканы тикшереүгә иғтибар артыр тип күҙаллана.

«Башҡорт балы» бренды Рәсәй төбәктәрендә киң билдәле, ултырышта уникаль продукцияны сит илдә лә еңел танырлыҡ бренд итергә тигән маҡсат ҡуйылды.

Лилиә Мәҡсүтова