Баш ҡалала мунса фестивале уҙҙы

Ҡышҡы буранға ҡаршы еңел пар менән. Баш ҡалала мунса фетивале үтә. Ике көнгә Ағиҙел йылғаһының Салауат Юлаев һәйкәле тәңгәлендәге яры мунса комплексына әйләнде. Майҙанға тиҫтәнән ашыу күсереп йөрөтмәле мунсалар урынлаштырылды. Фестивалгә килгән һәр кешегә еңел парҙа ҡыҙыныу, миндек менән сабыныу мөмкинлеге бирелде. Айырыуса мунса яратыусылар Ағиҙелдә уйылған мәкегә төшөп сайынырға ла тартынманы.

Мунса фестивале икенсе тапҡыр ғына уҙғарыла һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфөләр араһында киң билдәлелек алды. Бында халыҡ мунса инергә генә түгел, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға, йәрминкәлә йыуыныу кәрәк-яраҡтар һатып алырға , ғөмүмән, ваҡытты күңелле уҙғарырға килә. Киләсәктә был фестиваль туризмдың бер сағыу өлгөһөнә әйләнеп китеренә шик юҡ, тип билдәләй ҡала халҡы.