«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексын асылғандан алып 20 меңдән ашыу кеше ҡараған

Халыҡтың күпләп килеүе байрам көндәренә тура килә. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бәйләп, музей хеҙмәткәрҙәре «Шүлгәнташ мәмерйәһе» кубогына республика уҡсылар турнирын ойошторҙо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Кәрәк урында мәрәкәләп, урыны менән уҫаллығын да күрһәтеп ала. Рита Ҡоланбаева өсөн уныһы ла мөһим. Сөнки, тәүәлкәлләмәйсә сәпкә тейҙереү мөмкин түгел. Рита Ҡәһим ҡыҙы республика кимәлендә ойошторолған һәр ярышта ҡатнашырға тырыша. Үҙе менән бергә балаларын, ейәндәрен дә алып йөрөй.

«Шүлгәнташ мәмерйәһе» кубогына уйын республика район-ҡалаларынан биш тиҫтәләп ҡатнашыусыны йыйҙы. Улар 25 метр арауыҡта дүрт төрлө һынау аша үтте. Башҡа ярыштарҙан айырмалы Бөрйән районында беренсе тапҡыр бүрәнәгә баҫып ян тартыу үҙенсәлеге индерелде.

Тиҫтә йыл элек башланғыс алған «Мәргән уҡсы» хәрәкәте бөгөн ер менән күк араһы кеүек. Традицион милли кейемдәрҙә ҡатнашыу ҙа сараның айырылғыһыҙ биҙәгенә әйләнһә, ырыу-нәҫелдәргә бүленеп чемпионат рәүешле ойошторолоуы ла ғәҙәти күренеш.

Бер майҙанда уҡсылар мәргәнлеген һынағанда, музей комплексы алдында бөрйәндәр йыр-бейеү, өҫтәл тулы милли һый-ниғмәт менән сәләмләне.

«Айыҡ ауыл» конкурсының район этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡҡан исламбайҙар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Улар дәртлелеге, егәрлелеге менән дан тота.

Бөрйәндәр йәрминкә ойоштороп сауҙа ла итте. Ул «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музей ҡурсаулығы етәкселегенең тәҡдиме буйынса махсус булдырыла.

Ғөмүмән, комлпекс алды байрамса биҙәлдә. Ул үҙенә күрә ҡышҡы һабантуй майҙанын хәтерләтте. Шуға ла олоһо ла, кесеһе лә күңеленә яҡын күңел асыу сараларында ҡатнаша алды. Берәүҙәр милли уйындарҙан кинәнес алғанда, икенселәре былтыр сафҡа ингән «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексына тамаша ҡылды. Бында уйланылмаған бер генә мөйөш тә юҡ, һәр сантиметр майҙанға тәрән мәғәнә һалынған.

Азат Ғәлиуллин